Шәмбе көндө муниципаль район хакимиәте бинаһында 57-се Таналыҡ һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы--Ҡоролтай депутатлығына кандидат Бәхетғәле Николай улы Батанов шәхси һорауҙар менән район халҡын ҡабул итте. Районда үҙ эштәре менән күптәргә таныш депутат менән күҙгә-күҙ осрашып, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уға еткереү өсөн утыҙҙан артыҡ кеше килде. Мөрәжәғәттәр араһында ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү һәм һыу трассаларын ремонтлау, Степной ауылынан килеүселәр ҡасандыр йөрөгән рейс маршрутын тергеҙеү кеүек дөйөм мәсьәләләр менән бер рәттән, шәхси мәсьәләләр, йәғни, эш менән тәьмин итеү, коммерция нигеҙендә белем алыусы студенттарҙы бюджет нигеҙенә күсереү, шифаханаға йүнәлтмәләр алыу, төҙөлә башлаған өйҙө тамамлауҙа ярҙам һорап килделәр. Бәхетғәле Николай улы уларҙың һәр мөрәжәғәтен тыңлап, борсоған мәсьәләләр тейешле урындарға ебәрелеп хәл ителәсәк, тип ышандырҙы. * * * Ошо уҡ көндө 57-се Таналыҡ һайлау округы буйынса Башҡортостан Респубикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутатлығына кандидаттар Бәхетғәле Николай улы Батанов (Әйткәндәй, ул икенсе тапҡыр депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтелә), “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы исемлеге буйынса тәҡдим ителгән кандидат Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова һәм уларҙың райондағы ышаныслы вәкилдәре Д.З.Акилов, Ә.Ҡ..Мостафина Степной, Әбүбәкер, Байғусҡар ауылдарында халыҡ менән осрашты. Сараларҙы муниципаль район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ю.Д.Сиражитдинов асып, ауылдар халҡына 2 декабрҙә уҙған һайлауҙа әүҙемлек күрһәтеп, Президентыбыҙ В.В.Путин һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән юлды хуплап, илебеҙҙә барған тотороҡло үҫеште яҡлап, тауыш биргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, алда торған һайлауҙарҙың ифрат ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләп, һүҙҙе депутатлыҡҡа кандидаттарға бирҙе. Артабан депутатлыҡҡа кандидаттар үҙҙәренең эштәре, алдарына ҡуйған маҡсаттары менән таныштырып үтте. Һәр кандидаттың ышаныслы кешеләре уларҙың тормош һәм хеҙмәт юлы менән ҡыҫҡаса таныштырғандан һуң, бирелгән һорауҙарға яуаптар алынды. Эйе, 2 мартта илебеҙҙе ҙур һынау көтә. Был көндө беҙ Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға 57-се Таналыҡ һайлау округынан депутат һайлаясаҡбыҙ. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан тәҡдим ителгән кандидаттар халыҡ яҡлауына таяныр һәм беҙҙең ышанысты аҡлар, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Үҙ хәбәрсебеҙ. |